БИКТӘР, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Ерекле й. башынан Рәүҙәк й. тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, киңлеге 6 км, абс. бейеклеге 677 м. Һыртта көнсығышта ҡапыл өҙөлгән ҡая һымаҡ 6 түбә асыҡ айырылып тора. Рельефы ҡатмарлы, битләүҙәре уйһыулыҡтар, диам. яҡынса 400 м еткән тау араһы соҡорҙары м‑н йырғыланған. Венд ҡомташы, алевролиты, аргиллиты һәм конгломератынан, көнбайыш битләүҙәре девон эзбизташы һәм ҡомташынан тора. Битләүҙәрендә үрге ағымда ер аҫты аҡмаһы булған Рәүҙәк, Упай, Ерекле (Егән й. басс.) йй. башлана. Ландшафы йыла, саған, имән ҡатыш йүкә урмандарынан тора. Көнбайыш битләүҙәрен — уҫаҡ-ҡайын, үргеләрен йәйелеп үҫкән имән урмандары биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика