БИКТЫШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 235 кеше; 1920 — 293; 1939 — 351; 1959 — 332; 1989 — 162; 2002 — 143; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы Ҡаръяуҙы а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1632 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала (1795 й. 21 кеше иҫәпкә алынған). 1865 й. 19 йортта 116 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика