БИКТИМЕРОВТАР, кантон башлыҡтары. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Сибай а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Биктимер Мотаев, тархан Мотай Айытҡоловтың улы, Бөрйән улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Йылайыр ҡәлғәһе янында һуғыша, Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Уның улы Аҡыл Б. (1756—1826), поручик, 1798—1820 йй. 6‑сы башҡ. кантоны башлығы. Дистанция нач. Буранбай Ҡотдосов (ҡара: Буранбай сәсән), йорт старшиналары Ибраһим Айсыуаҡов һәм Юлбарыҫ Бикбулатов м‑н бергә Сенат тарафынан Себергә һөргөнгә хөкөм ителә, азат ителә. Уның улдары: Абдрахман Б. (1780—1826), 1820—26 йй. 6‑сы башҡ. кантоны башлығы, 19 б. 20‑се йй. уртаһында Сенат тикшереүе аҫтында була. П.М.Кудряшёвтың “Абдрахман” поэмаһы геройының прототибы, уға “Абдрахман кантон” исемле халыҡ йыры бағышланған; Фәтҡулла Б., 1826—28 йй. 6‑сы башҡ. кантоны башлығы. Абдрахман Б. улы — Әсәтулла Б. (1804—?), хорунжий, 1828—31 йй. 6‑сы башҡ. кантоны башлығы.

Әҙәб.: Янгузин Р.З. Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII—XIX вв. Уфа, 1998.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика