БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы [15.5.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 25.10.2000, шунда уҡ], селекционер. А.х. ф. канд. (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1942). 1946 й. алып Йоматау умартасылыҡ техникумында уҡыта, 1952 й. — Благовар р‑нының Сталин ис. к‑зы агрономы. 1955 й. башлап БНИИЗиС өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1982—85 йй. лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре мал аҙығы культураларын селекциялауға арналған. Б. БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә үҫтерелгән юғары уңдырышлы Чишминская 26 кукурузының гибридын һәм судан үләне сорттарын (Изумрудная, Северянка, Тугай, Чишминская ранняя) сығара. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Рекомендации по возделыванию суданской травы в Башкирской АССР. Уфа, 1978.

Н.Р.Бәхтизин, Ә.Х.Шакирйәнов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика