БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14.8.1913, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. — 24.2.1971, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының отделение ком. өлкән сержант Б. 1943 й. 18 сент. Березна һәм Бегач аа. өсөн һуғыштарҙа һәм 28 сент. Украина ССР‑ы Неданчичи а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Тыуған ерендә урамға Б. исеме бирелгән һәм һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика