БИКТИМЕР АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡараабыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Бөрө р‑ны Яңы Биктимер а. эргәһендә урынлашҡан. Б.а.к. ҡаласыҡтан һәм 3 ҡәберлектән тора. Биктимер ҡаласығы ауылдан көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек (35 м) уң ярында урынлашҡан. 1955 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1963 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 50 мең м2) 3 ҡат ур һәм соҡор м‑н уратылған. Керамика муйыны әйләнәһенә соҡорло биҙәк баҫылған әүәләп яһалған туҫтаҡ һәм көршәк рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Түбәнге ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Ананьин тибындағы бау орнаментлы (ҡара: Ананьин мәҙәниәте) һәм Ғафури тибындағы геометрик орнаментлы (кәкерсәктәр, өсмөйөштәр, һырҙар) керамика асыҡланған. Тимер бысаҡ, таш ҡул тирмәне, таш һәм балсыҡ орсоҡбаш, һөйәк тишкес табылған. Халҡы малсылыҡ (күбеһенсә йылҡы һәм һарыҡ үрсеткән), игенселек, һунарсылыҡ (ҡондоҙ, бүре, ҡуян, һыуһар, төлкө, һеләүһен аулағандар) м‑н шөғөлләнгән.

I Биктимер ҡәберлеге ауылдан төньяҡ‑көнсығышта урынлашҡан. 1956 й. Шокуров тарафынан асыла, 1962—64 йй. Пшеничнюк тарафынан тикшерелә (68 ҡәберлек). II Биктимер ҡәберлеге ауылдан көнсығышта урынлашҡан. 1958 й. Шокуров тара- фынан асыла һәм тикшерелә (4 ҡәберлек), 1960 й. К.В.Сальников тарафынан өйрәнелә (2 ҡәберлек). III Биктимер ҡәберлеге ауылдың көньяҡ ситендә урынлашҡан. 1964 й. Пшеничнюк тарафынан асыла һәм тикшерелә (17 ҡәберлек). Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, ҡабыҡҡа урап, аяҡтары м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Ир заты ҡәберҙәрендә — ҡорал (бронза ҡаптырмалар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бер йәпле тимер бысаҡтар) һәм ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡ), ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза ҡаптырма‑төймәләр, беләҙектәр, сикә дүңгәләктәре, балдаҡтар һәм суҡтар, бронза һәм көмөш билбау ҡаптырмалары, таш һәм быяла мәрйендәр) табылған. 

Б.а.к. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Пшеничнюк А.Х. Биктимировский могильник //Археология и этнография Башкирии. Т.2. Уфа, 1964; шул уҡ. Кара‑абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) //Шунда уҡ. Т.5. Уфа, 1973.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика