АБДУЛЛИН Фәтих Саҙрый улы (24.8.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш-Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҙәш а., — 10.8.2007, БР‑ҙың Шишмә р-ны Шишмә ҡсб), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1947—54 йй. БАССР‑ҙа һәм Үзбәк ССР‑ында комсомол эшендә, 1954 й. алып “Ташкентская правда” (“Ташкент хәҡиҡәте”; Ташкент), 1962—94 йй. “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре.

Респ. яҙыусылары, журналистары т‑да мәҡәләләр циклы һәм Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары т‑да очерктар авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1994). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

А.Й.Зарипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке