БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович (14.4.1907, Екатеринбург ҡ. — 14.8.1989, Мәскәү), геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1965). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1987). Урал тау ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1928). 1936—89 йй. Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геол. разведка ин‑тында (Мәскәү) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдағы һәм илдең башҡа төбәктәрендәге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын өйрәнеү: мәғдән майҙандарының структураһы, алтын мәғдәнләнеүенең локалләшеү законлыҡтары, мәғдән барлыҡҡа килеүенең һәм метасоматоздың үҙ-ара бәйләнеше, ятҡылыҡтарҙы типлаштырыу, “баҫҡыслы” алтын мәғдәне юлаҡтары төҙөү һ.б. м‑н бәйле. 1937—39 йй. БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Миндәк мәғдән майҙанындағы алтындың генезисы һәм таралыуы т‑дағы мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1962). Н.И. һәм М.Б. Бородаевскийҙар ис. премия булдырылған (1995).

Хеҙм.: Берёзовское рудное поле. М., 1947 (авторҙ.).

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика