БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна (19.12.1911, Тифлис — 11.11.1994, Мәскәү), геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1949), проф. (1964). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1934). 1936 й. алып Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми-тикшеренеү геол. разведка ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1965 й. — бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге петрография һәм металлогения, Кавказдың, Урта Азияның, Мәғдәнле Алтайҙың, Үҙәк Ҡаҙағстандың алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын һәм Башҡортостандың Урал аръяғын өйрәнеүгә бәйле. Гай, Сибай, Учалы һ.б. ятҡылыҡтарҙа тау тоҡомдарында мәғдәндең барлыҡҡа килеүе контраст һәм өҙлөкһөҙ вулканоген формациялар, конкрет вулканик фациялар һәм структуралар м‑н бәйле булыуын раҫлай. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1951, 1963) орд. м‑н бүләкләнгән. Н.И. һәм М.Б.Бородаевскийҙар ис. премия булдырылған (1995).

Хеҙм.: Типы рудных районов колчеданоносных провинций Южного Урала и Западного Казахстана. М., 1973; Основы структурно‑формационного анализа колчеданоносных провинций. М., 1977 (авторҙ.).

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика