БОРОДАВКИН Пётр Петрович (14.7.1930, Краснодар крайы Хамышки а.), инженер-гидротехник. Техник ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). СССРҙың газ сәнәғәтенең (1980) һәм СССРҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1980). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Өфөлә махсус тәғәйенләнешле һыу аҫты эштәре участкаһы нач. булып эшләй. 1960 й. алып ӨНИ‑лә (1962 й. башлап газ һәм нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү каф. мөдире). 1971 й. алып И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ин‑тында (Мәскәү): 1981 й. башлап нефть һәм газ сәнәғәте ҡоролмаларын проектлауҙы автоматлаштырыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1976—85 йй. инженер механикаһы ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торбаларҙы ҡатмарлы шарттарҙа проектлау һәм төҙөүгә арналған. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1984), И.М.Губкин ис. пр. (1980, 1984) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

Хеҙм.: Автоматизированное проектирование газотранспортных систем. М., 1990 (автоҙ); Механика грунтов. М., 2003; Морские нефтегазовые сооружения: в 2 ч. М., 2006—2007.

Л.И.Быков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика