БОРМАН Владимир Алексеевич (7.4.1940, Өфө — 12.1.1986, шунда уҡ), тренер. Грек-рим көрәше б‑са СССР‑ҙың (1984) һәм РСФСР‑ҙың (1977) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1962), бөтә Союз категориялы судья (1985). Омск физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) 1966 й. тиклем Салауат нефтехимия комб‑тының физик культура б‑са методисы, “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры булып эшләй; 1967—86 йй. “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта БАССР (1964 й. алып), РСФСР (1971 й. алып), СССР (1976 й. алып) йыйылма командалары тренеры. Йәйге Олимпия уйындарында көрәшселәр ярыштары судьяһы (1980). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.‑Б.В.Батталов, М.‑Р.В.Батталов, А.С.Гладков, Н.В.Рухтин, Р.Р.Садиҡов, ш. уҡ 40‑ҡа яҡын СССР спорт мастеры. 1988 й. алып Өфөлә Б. иҫтәлегенә бөтә Рәсәй турниры (2000 й. тиклем Халыҡ-ара үҫмерҙәр турниры) үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика