БИКСӘН, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 286; 1939 — 266; 1959 — 398; 1989 — 428; 2002 — 464; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1779 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Биксән Яҡупов исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 105 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 197 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана, тәгәрмәс, туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика