БИКСУРИН Мирсәлих Мирсәлим улы [1819 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1820), Ырымбур ҡ. — 7.3.1903, шунда уҡ], тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1838, ҡара: Неплюев кадет корпусы), 1841—78 йй . шунда уҡ һәм бер үк ваҡытта 1850—69 йй. Ырымбур сик буйы комиссияһы эргәһендәге мәктәптә көнсығыш (ғәрәп, фарсы, башҡ., ҡаҙаҡ, татар) телдәрен уҡыта. 60—70‑се йй. Урта Азияға хәрби походтарҙа рус армияһы тәржемәсеһе. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәрҙең береһе. “Ырымбур крайында булған башҡорт һәм ҡырғыҙ һөйләштәренең ҡыҫҡаса аңлатмаһы һәм уға урыҫ-фарсы-татар һүҙҙәре һәм яҙыу өлгөләре ҡушымтаһы менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма” (“Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с кратким объяснением существующих в Оренбургском крае наречий башкир и киргизов и приложением к нему русско-персидско‑татарских слов, разговоров и прописей”; 1859) тип аталған уҡыу әсбабында башҡ. теле б‑са системалы мәғлүмәттәр, башҡ., ҡаҙаҡ һәм татар телдәренең ғәрәп, фарсы һәм урыҫ телдәре м‑н сағыштырма анализы бирелә; телдәрҙең тематик һүҙлектәре бар. Башҡ. теле һөйләштәренең үҙенсәлектәрен сағылдырған башҡ. фольклоры өлгөләрен йыя һәм баҫтыра. Дини фанатизм, схоластик уҡытыу системаһы т‑да байтаҡ публицистик мәҡ. авторы. Халыҡ мәғарифы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә, мосолман уҡыу йорттары программаһына донъяуи фәндәрҙе индереү яҡлы була. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Заметки статского советника М.С.Бекчурина... //Туркестанская область. Казань, 1872.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се т. Өфө, 1990; Кононов А.Н. История изучения тюркских языков в России. Дооктябрьский период. Л., 1972; Вильданов А.Х., Кунафин Г.С. Башкирские просветители-демократы XIX века. М., 1981.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Яндекс.Метрика