БИКСУРИН Алик Сәлих улы (21.9.1937, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), балет артисы, театр эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1969). Ленинград хореография уч‑щеһын (1956; педагогы А.Л.Кумысников), БДУ‑ны (1975) тамамлаған. 1956—76 йй. БДОБТ солисы, 1988—90 йй. дир., 1976 й. алып Башҡ‑н профсоюздар өлкә ком‑тының бүлек мөдире, 1985—2008 йй. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһы директоры. Классик бейеүсе булараҡ, Б. бейеүгә тәбиғи рәүештә ирекле пластика, эксцентриада индерә. Артист сәнғәтендә романтик патетика, мелодрама элементтары сағыла. Төп партиялары: Колен (“Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель; дебют, 1957), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Ромео (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев), Конрад (“Корсар”, Л.Ф.Минкус), Закир (“Ҡара йөҙҙәр” — “Черноликие”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев). Концерт репертуарында К.Глюк, Заимов, Ф.Шопен, Ф.Лист музыкаһына хореографик миниатюралар. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика