БОРИСОВА Нинель Андреевна (7.11.1924, Бөрө ҡ.), невролог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1947) шунда уҡ эшләй (1966—89 йй. нервы ауырыуҙары каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1967—90 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неврологы. Фәнни хеҙмәттәре баш мейеһенең һөнәри һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, нервы системаһының экологик һәм генетик факторҙарға бәйле дегенератив ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Б. сирингомиелияны, мейенең ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләп, практикаға индерә. 340‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1966 й. алып). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Хеҙм.: Сирингомиелия. М., 1989 (авторҙ.); Экологические и генетические аспекты неврологической заболеваемости в Башкирии. М., 1991 (авторҙ.); Проблемы экологии, принципы их решения на примере Южного Урала. М., 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Яндекс.Метрика