АБДУЛЛИН Сөләймән Әйүп улы [15.8.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Үтәғол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 11.3.2002, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1986). 1948—74 йй. Башҡ. филармонияһында солист һәм концерт бригадаһы етәксеһе.

А. сәнғәте — оҙон көйҙө традицион башҡарыу өлгөһө. Уның репертуарында 60‑тан ашыу халыҡ йыры, ш. иҫ. “Әрме”, “Артылыш”, “Буранбай”, “Ҡаҫмарт буйы”, “Зәлифәкәй”, “Кәмәлек”, “Порт‑Артур”, “Һыр”, “Таштуғай”, “Шафиҡ”, ш. уҡ З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов һ.б. әҫәрҙәре бар. 1992 й. алып Ейәнсура р‑нында йыл һайын А. призына башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе уҙғарыла.

Әҙәб.: Шәкүр Р.  Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.