БИКМӘТОВТАР, идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Исәт провинцияһы Сырҙы улусы Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) башҡорттарынан. Билдәлеләре: Әбделвәхит Б. (1776—?), зауряд‑яҫауыл, 1802 й., 1804 й., 1810 й., 1815 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә, 1821 й. алып 3‑сө башҡ. кантонының 1‑се йорт старшинаһы, ш. уҡ кантондың башлығы (?); Дәүләтша Б. (1791—?), Әбделвәхит Б. ҡустыһы, яҫауыл (1835), 1815—18 йй. ш. уҡ кантондың башлығы ярҙамсыһы, 1818 й. — 19 б. 40‑сы йй. башында — башлығы. Төрки, ғәрәп, фарсы һәм урыҫ телдәрен белгән. Хеҙмәте өсөн 9 рәхмәт ала. 1831 й. С.‑Петербургта император Николай I аудиенцияһында була; Мөхәмәтвәли Б. (1791; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1792—?), зауряд-яҫауыл, Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы, Ырымбур сик һыҙығында дистанция начальнигы. “1812 й. Ватан һуғышы иҫтәлегенә” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика