БИКМӘТОВ Альберт Әлмир улы (26.10.1964, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.А.Пинчук). Шәхси зачётта пара-ски б‑са Рәсәй (1996—98), Югославия (2000) чемп., Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2001—02). Команда зачётында пара-ски б‑са СССР (1987), Рәсәй (1996—98, 2001—05, 2009) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (2005) призёры. Классик парашютизм б‑са Рәсәй чемпионатының билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са парашют м‑н һикереүҙәрҙә еңеүсе, шәхси зачётта икебәйгелә бронза призёр һәм команда зачётында еңеүсе (бөтәһе лә — 2008). СССР (1987—91), Рәсәй Хәрби һауа көстәре (1992 й. алып) йыйылма командаһы ағзаһы.

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика