БИКМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар-Олҡан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1157 кеше; 1920 — 1356; 1939 — 507; 1959 — 304; 1989 — 116; 2002 — 107; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. керҙәшлек килешеүе б‑са керҙәш башҡорттар нигеҙ һала. 1795 й. 9 йортта 109 кеше йәшәгән, 1865 й. 109 йортта — 602 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тегенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Н.М.Ишморатова, Ә.М.Мирзаһитов, С.Ғ.Сафуанов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика