БИКМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡото а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 81 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 728; 1939 — 641; 1959 — 362; 1989 — 175; 2002 — 158; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1655 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәр ҡатламына күскән татарҙар килеп урынлаша. Шулай уҡ Сутны, Яңы Суҡты булараҡ билдәле булған. 1865 й. Тамъян а. 3 ауыл (Б., Баҙы‑Тамъян һәм Супты) халҡы теркәлгән — 100 йортта 650 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, кейеҙ баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика