БИКМӘЕВ Михаил Әхмәт улы (4.5.1954, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Ҡашҡалаша а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2009). Полковник (2003). Свердловск юғары хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1977), В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1986) тамамлаған. 1977—83 йй. Белоруссия хәрби округының 45‑се күнекмә танк див. (Борисов ҡ.), 1986—90 йй. Төркөстан хәрби округының 5‑се мотоуҡсылар див. (Ҡушҡа ҡ.) хеҙмәт итә, 1990—92 йй. Төркөстан хәрби округы Һырдаръя өлкә хәрби комиссариатының хәрби комиссар урынбаҫары (Гөлистан ҡ.). 1992 й. запаста. 1993 й. башлап Өфө ҡ. 130‑сы урта мәктәбенең дир. урынбаҫары, 1997 й. — БДПУ уҡытыусыһы, 2003 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының тарих һәм йәмғиәт белеме каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. Башҡортостандың хәрби тарихына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Советско‑Финляндская война 1939—1940. Факты, события, люди и безвозвратные потери Башкортостана. Уфа, 1999; Башкортостан в годы Второй мировой войны 1939—1945. Уфа, 2000; Исторический опыт военно‑организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика