БИКМЫРҘА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 495; 1939 — 371; 1959 — 287; 1989 — 192; 2002 — 134; 2010 — 150 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1651 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Ябалаҡ, Сәлим, Иҫке Ҡарға исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. 30 йортта 198 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, септә һуғыу, тоҡ тегеү, һалабаш әҙерләү, мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Пристань булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Я.Н.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Р.С.Исмәғилев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика