БИКМЫРҘА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Петров а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 124 км алыҫлыҡта Айыт й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 416 кеше; 1920 — 417; 1939 — 481; 1959 — 495; 1989 — 354; 2002 — 389; 2010 — 391 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Петров урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһында Өфө провинция канцелярияһының 1651 й. указы б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Ауыл кешеләренең береһе Бикмырҙа Биктимеров исеме м‑н аталған. 1795 й. 8 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 42 йортта — 254 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 һыу тирмәне, бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ билдәләнгән.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика