БОРИСОВ Михаил Вячеславович (2.10.1893, Сембер — 14.2.1951, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1950). РСФСРҙың атҡ. табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1916) Сембер губ. участка табибы булып эшләй. 1920 й. алып Эшсе‑крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы полкының өлкән табибы. 1922 й. башлап — Сембер губ. дауаханаларында, 1926—33 йй. Орехово-Зуево ҡ. эшләй. 1936 й. алып БДМИ‑ла уҡыта (1946—51 йй. дөйөм хирургия каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1941—45 йй. 1019‑сы һәм 2574‑се эвакогоспиталдәрҙең төп хирургы. Фәнни тикшеренеүҙәре атыу ҡоралынан яраланған янбаш һыныуын һәм уның өҙлөгөүен дауалау алымдарын өйрәнеүгә арналған. 25‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1942).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика