БИКМӨХӘМӘТОВА Һауа Сафиулла ҡыҙы (1.9.1921, Златоуст ҡ. — 26.3.2003, Өфө), анатом. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1944) шунда уҡ эшләй (1966—86 йй. оператив хирургия һәм топографик анатомия каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре коронар ҡан әйләнешенең нервы-ҡан тамырҙары регуляцияһы проблемаларына арналған. Б. парасимпатик экстракардиаль нервыларҙың новокаин блокадаһы техникаһын эшләй. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика