АБДУЛЛИН Рәфил Сәйфулла улы (12.9.1946, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Ҡарлы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1968 й. башлап өҙөклөк м‑н “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда эшләй: 1978 й. алып цех нач., 2005—08 йй. ген. дир. 1‑се урынбаҫары; 1982 й. башлап “Кардан” з‑ды дир. урынбаҫары, 1986 й. — “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ-ның төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары з‑дының баш инженеры, 1992 й. — “Техинком” ҒПБ (бөтәһе лә — Салауат ҡ.) директоры. 2009 й. алып Өфөлә: ИПТЭР-ҙа баш ғилми хеҙм-р.

Фәнни эшмәкәрлеге нефтехимия пр‑тиелары ҡорамалдарының эшләүен технологик тәьмин итеү м‑н бәйле. А. механик яҡтан бер төрлө булмаған ҡорамалдарҙың эшкә яраҡлылығын тәьмин итеү ысулдарын уйлап таба, улар “Газпром нефтехим Салават”, “Салаватнефтемаш” АЙ‑ларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Ресурс нефтехимического оборудования с механической неоднородностью. М., 1998 (авторҙ.); Обеспечение работоспособности нефтяной аппаратуры и трубопроводов. Уфа, 2000 (авторҙ.); Ресурсосберегающая технология изготовления толстостенной аппаратуры. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке