БИКМӨХӘМӘТОВ Шәүҡәт Миңнулла улы (21.5.1946, Бәләбәй ҡ. — 15.5.2008, Өфө), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1980). Р.М.Бикмөхәмәтованың ҡустыһы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1971; И.Г.Лицвенко класы) — ӨДСИ‑лә, 1999 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. 1985—89 йй. — Башҡ. хор капеллаһының, 1993—96 йй. БР Муз. йәмғиәте камера хорының художество етәксеһе һәм баш дирижёры. 1987—2008 йй. Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Б. етәкс. ижади коллективтар Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивалдәрендә ҡатнаша, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Коллективтар репертуарында ватан һәм сит ил композиторҙарының хор әҫәрҙәре. СССР‑ҙың Дәүләт телерадиотапшырыуҙар фондында 1988 й. Б. етәкс. Башҡорт хор капеллаһы башҡарған башҡ. композиторҙары әҫәрҙәренең яҙмалары һаҡлана. Әбйәлил башҡорт халыҡ хорын ойоштороусы. Хор башҡарыу т‑дағы мәҡәләләр, ш. уҡ “Беҙҙең йырҙар” (Хельсинки, 1980, 2000; татар т.) йыйынтығы авторы.

Әҫәрҙ.: Шамиль Ибрагимов: очерк жизни и творчества. Уфа, 1992.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика