БОРИСОВ Иван Михайлович (30.7.1953, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Һары ағас а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (2003 й. алып химия ф‑ты деканы), 2008 й. башлап БДПУ‑ның химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре органик берләшмәләрҙең молекуляр кислород м‑н шыйыҡса фазаһында һәм пероксидтар м‑н катализаторҙар ярҙамында окисланыу реакцияларының механизмын һәм кинетик законлыҡтарын өйрәнеүгә арналған. Б. тарафынан кислородлы органик берләшмәләрҙең радикалсылбырлы окисланыуының дөйөм схемаһында аралыҡтағы яңы стадиялар табыла. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Основы химической термодинамики. Уфа, 2009; Основы электрохимии. Уфа, 2010.

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика