БОРИСОВ Денис Иванович (18.7.1978, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2009). И.М.Борисовтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) БДПУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 2005 й. алып — Чехия Респ. ФА Ядро физикаһы ин‑тының (Ржеж ҡ.), 2007 й. башлап Кемниц техник ун‑тының (Германия) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2011 й. алып Матем. ин‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физика мәсьәләләренең һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙең асимптотик анализына бәйле. Б. остарындағы шарттары йыш үҙгәрә торған эллиптик мәсьәләләр спектрҙарының асимптотик тарҡатыуҙарын төҙөү алымдарын (Р.Р.Ғәҙелшин м‑н берлектә), төрлө яҡҡа таралыша торған үҙгәртеүҙәре булған сикләнмәгән өлкәләрҙәге эллиптик операторҙарҙы тикшереүҙең дөйөм схемаһын һ.б. уйлап таба. 65‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт йәштәр пр. (2003), РФА‑ның йәш ғалимдар өсөн матем. өлкәһендәге пр. (2003, 2007, 2011) лауреаты.

Хеҙм.: Асимптотики и оценки собственных элементов лапласиана с частой непериодической сменой граничных условий //Известия Российской академии наук. Серия математическая. 2003. Т.67. №6; Asymptotic Behaviour of the Spectrum of a Waveguide with Distant Perturbations //Mathematical Physics, Analysis and Geometry. 2007. Vol.10. № 2.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика