БОРИСКИН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Енғалыш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 362 кеше; 1920 — 452; 1939 — 441; 1959 — 288; 1989 — 132; 2002 — 114; 2010 — 101 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы ӨршәкМең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, фаразланыуынса, 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ырымбур губернаһы Ставрополь өйәҙенән яңы суҡындырылған мордвалар (һуңыраҡ типтәрҙәр ҡатламына күскән; улар араһында Никита һәм Константин Борисовтар булған) нигеҙ һала. 1793 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп урынлашҡан. 1795 й. 55 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 53 йортта — 258 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика