БОРИС (донъяуи исеме Шипулин Владимир Павлович; 27.12.1874, Вологда губ. Вельск ҡ. — 23.2.1938, Үзбәк ССР‑ы), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1921—27). Дини тәғлимәт канд. (1900). Архиепископ (1927), архимандрит (1904). Монахлыҡ ҡабул иткән (1900). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1900). 1902 й. алып Курск, Псков, Мәскәү ҡҡ. дини семинариялар инспекторы, ректоры. 1905—09 йй. Мәскәү Кремленең Ун ике апостол сиркәүе, Мәскәүҙәге Яңы Спас монастыры настоятеле, Патриарх идаралығындағы монастырҙар благочинныйы. 1912 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында викар епискобы, епископ, архиепископ. Аскеттарса (ҡара: Дини аскетизм) йәшәү рәүеше алып бара. 1922—24 йй., 1927—30 йй., 1937—38 йй. А.В.Колчак хөкүмәте яҡлы булыуҙа, инглиз разведкаһына ярҙам итеүҙә һәм контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, төрмәлә ултыра. Атыла.

Әҙәб.: Нечаев М.Г. Красный террор и Церковь на Урале. Пермь, 1992; Цыпин В.А. История Русской церкви: 1917—1997. М., 1997.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика