БОРЗУНОВА Александра Степановна (20.4.1896, Һамар губ. — 1980, Ленинград), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1952), проф. (1953). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1924) Һарытау, Томск, Ленинград ҡҡ. дауалау учреждениеларында эшләй. 1937 й. алып БДМИ‑ла (1946—53 йй. психиатрия каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1937—53 йй. Башҡ‑н респ. психиатрия дауаханаһында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге шизофрения, эпилепсияның этиологияһын һәм патогенезын, мейе йәрәхәтләнеүенә бәйле психоздар һәм невротик хәлдәрҙе, һуғыш ваҡыты психозы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Б. психик ауырыуҙар ваҡытында психотерапия, хеҙмәт терапияһы ысулдарын камиллаштыра. 65‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

М.М.Ғатауллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика