АБДУЛЛИН Рәүеф Әхәт улы (21.5.1935, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Үргене а.), нефтсе, йәмәғәт эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында эшләй. 1985 й. алып И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында (Мәскәү) нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтендә сит илдәр тәжрибәһен ойрәнеү һәм дөйөмләштереү б-са ғилми-тикшеренеү лаб. мөдире, ғилми етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге көкөртлө водороды булған газ ятҡылыҡтарын, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, нефть һәм газ скважиналарын төҙөгәндә тирәҡ мөхитте һаҡлау һ.б. м‑н бәйле. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. “Башҡортостан” Мәскәү йәмғиәте советы рәйесе (1991—2002), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тының бюро ағзаһы (1995—2002).

Л.Ғәмиғолова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке