БОРҒОНБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Борғондо й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 158 кеше; 1920 — 425; 1939 — 338; 1959 — 342; 1989 — 166; 2002 — 147; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Күрҙем урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә Борғондобаш исеме м‑н нигеҙ һалына. Исеме гидронимдан алынған. 1896 й. 26 йортта 134 кеше йәшәгән. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика