БОРҒАТЪЯ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К. табан 131 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 619 кеше; 1920 — 644; 1939 — 422; 1959 — 530; 1989 — 244; 2002 — 260; 2010 — 249 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Оло Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (25 йортта 112 кеше йәшәгән) алып билдәле. Шулай уҡ Ба(йы)рғатъя исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 40 йортта 266 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика