БОРҒАНДАҠ (Jynx torquilla), тумыртҡа һымаҡтар отрядының тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Азияла һәм Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 17—20 см, ауырлығы 32—48 г. Арҡаһындағы ҡауырһыны көрәнһоро төҫтә, һоро, көрән, ҡара тимгелле һәм тулҡын һымаҡ һыҙатлы, ҡорһағы аҡһыл, һирәк көрән өсмөйөш таптар бар. Муйыны оҙон, хәрәкәтсән. Күҙе һарғылт ҡыҙыл. Суҡышы йоҡа, осло, осо бер аҙ бөгөлөп тора. Теленең осо шыма. Ҡойроғо йомшаҡ, оҙон, түңәрәкләнеп бөтә, үрмәләгән ваҡытта терәк итеп ҡулланылмай. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһын тумыртҡа соҡоған ағас ҡыуышында, текә ярҙағы ярыҡтарҙа һәм дала һыҙалары битләүҙәрендә, һирәк осраҡта сыйырсыҡ ояһында ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 5—14 (йышыраҡ 7—10) тоноҡ аҡ йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош баҫа. Б. — көндөҙгө ҡош. Ҡырмыҫҡалар һәм уларҙың балағорто, үлән бете һ.б. бөжәктәр, үрмәкселәр һәм моллюскылар м‑н туҡлана. Япраҡлы һәм ҡатнаш һирәк урманда, ылыҫлы урман ситендә, ҡырҡындыла, ағаслы йылға ярында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика