БОРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Борай р‑ны. 1910 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1923 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. хәҙ. статусын ала, 1966 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханалары, атыу тиры, йәшелсә һаҡлағысы бар. Уҡыу йорто м‑н К.Ғ.Хәсәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте яҡынса 6 мең кеше тамамлаған (2011), улар араһында В.Н.Лобов, И.М.Низамов, М.Марат, Х.С.Тимерғәлиева, Э.Ш.Хәмитов, М.М.Хәсәнов, Г.Л.Шәрипов. Мәктәп терр‑яһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар һәм уҡытыусылар хөрмәтенә обелиск ҡуйылған (1975, 2003 й. реконструкциялана).

Г.Ғ.Тимерханова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика