БОРАЙ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Р.Ғәлиева исемендәге Борай район мәҙәниәт йортоноң татар халыҡ театры. 1924 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1942 й. алып колхоз‑совхоз театры, 1956 й. хәҙ. статусын ала, 1967 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре — Ғ.Камалдың “Беренсе театр” спектакле. 1924—2010 йй. 108‑ҙән ашыу спектакль ҡуйылған: Т.Ғ.Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” һәм “Балаларға тыныслыҡ кәрәк”, “Башмағым”, “Ғәлиәбаныу”, С.Мифтаховтың “Зимагорҙар”, Х.К.Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Н.Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”, М.Кәримдең Айгөл иле”, А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, И.Ә.Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” һ.б. Театр труппаһы составында Д.М.Баһауетдинов, З.Х.Ғилфанова, Х.Ш.Дәүләтгәрәев, Р.М.Исламов, С.Р.Муллағәлиев, Ә.Ә.Нуртдинов, Ә.С.Садиҡова, Р.Ғ.Улданов, А.Р.Усаев, Г.Р.Фәхертдинова, Р.Р.Шәрипов, С.Ҡ.Әхсәнова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.Х.Ғиләзетдинов һ.б. Тәүге художество етәксеһе Ғ.М.Бәкеров. Спектаклдәрҙе сәхнәгә реж. Х.И.Ҡудашев, Ф.И.Биккенин, И.С.Гәрәев, Р.С.Мансуров (художество етәксеһе), Х.Мансуровский, Р.Н.Солтанов, Ә.З.Хәйруллина, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре З.Т.Вәлиева, РСФСР һәм БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Ә.Ғәлиева һ.б. ҡуя; ҡуйыусы рәссамдары: И.А.Саяпов, И.С.Мөхәйәров, Нуртдинов; муз. яҡтан биҙәүселәр: И.К.Нәбиев, Ғ.М.Суфиянов, Л.Ф.Суфияров, БАССРҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.К.Хәбисламов, Мансуров.

Үҙешмәкәр театр сәнғәтенең Бөтә Рәсәй (Куйбышев ҡ., 1972), респ. (1964, 1980, 1991, 1996) смотрҙары; “Театр яҙы” респ. милли халыҡ театрҙары фестивале (Бүздәк р‑ны Бүздәк а., 1995; Гран-при), “Алтын тирмә” респ. халыҡ театрҙары фестивале (Туймазы ҡ., 1997) лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика