БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. төньяҡ-көнбайышында Яңауыл, Ҡалтасы һәм Борай р‑ндарында урынлашҡан. Башҡорт көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге көмбәҙ рәүешле 12 ҡалҡыулыҡҡа (Таң, Көнсығыш Боҫтай һ.б.) тура килә. Оҙонлоғо — яҡынса 12 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың тула һәм бобрик горизонттары, өҫкө девондың паший горизонты терриген ултырмалары, ш. уҡ урта карбондың мәскәү ярусы һәм башҡорт ярусы, аҫҡы карбондың турне ярусы, өҫкө девондың фамен ярусы карбонат ултырмалары нефтле. Ултырмалар тәрәнлеге 950—1850 м. Төп запастары визе ярусы терриген ҡатлауының 5 ҡатламында ята; ҡатламдар бырауланған, запастарҙың байтаҡ өлөшө эшкәртелгән. Урта һәм аҫҡы карбон, өҫкө девон карбонат ултырмалары, айырым участкаларын иҫәпкә алмағанда, файҙаланыуға тапшырылмаған. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,886 г/ см3), уртаса ҡуйылыҡта (12,4 МПа•с), юғары көкөртлө (яҡынса 2,7%), газ факторы 12—31 м33. 1972 й. асыла, 1973 й. файҙаланыуға тапшырыла. “Краснохолмскнефть” НГДУ‑һы эшкәртә. 550 скважина бырауланған.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика