БОРАЙ МУЗЕЙЫ. Борай р‑ны Борай а. урынлашҡан. 1972 й. йәмәғәт башланғысында Борай тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2005 йй. Милли музей филиалы, 2009 й. ябыла (фонды Борай р‑н мәҙәниәт йортоноң экспозиция-күргәҙмә залына тапшырыла). Музей фондында яҡынса 1,5 мең һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. нумизматик коллекция (1 меңдән ашыу берәмек), татар ҡыҙының туй кейеме, тимер төрәнле ағас һуҡа, күндән тимерлек күректәре, райондан сыҡҡан билдәле кешеләр — Т.Б.Ғиләжетдинов, Ә.З.Закиров, С.Н.Майский һ.б. т‑да материалдар булған. 2 залда урынлашҡан экспозиция тарих һәм тәбиғәт бүлектәренән торған.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика