АБДУЛЛИН Рәмил Рәйес улы (22.10.1961, Андижан ҡ.), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2016). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1992). Акварель техникаһында эшләй. Рәссамдың ижадында пейзаж жанры өҫтөнлөк итә: “Һалҡынса иртә”, “Төшлөк”, “Йәйәүле буран” (бөтәһе лә — 1987), “Тынлыҡ” (1988), “Ҡоҙғон осоуы” (1990), “Кис” (2001). Авторҙың донъяға ҡарашы хистәргә бай образ кәүҙәләндереү, динамикалы композицион сиселеш аша сағылдырыла. А. ижадында еңелсә тондар алмашыныуы буяуҙы һипкеләү ысулдары м‑н, йомшаҡ яҡты дәүмәлдәр айырым деталдәрҙе төшөрөүҙә ҡулланылған киҫкен, һыныҡ ҡара һыҙаттар м‑н тәбиғи яраша. Уның эштәрендә буяу ҡағылмаған аҡ урындар — ҡарлы ҡыш стихияһы ла, киңлек тойғоһон барлыҡҡа килтереп, пейзажға нәфислек өҫтәү ысулы ла булып тора (“Саф һауала”, 1998). Рәссамдың тасуири саралары нәзәкәтле, уның эштәрендә бөтәһе лә форма м‑н йөкмәткенең гармонияһына буйһондоролған. Тәбиғәтте нескә лирик тойомлау “Ҡышҡы Пьеро” (1992), “Минең тыуған көнөм”, “Үрмәксе ауы. Апрель” (икеһе лә — 1997), “Томан” (1998), “Йылға туңа” (2003) картиналарында күренә. “Март” сәнғәт төркөмө (ҡара: Сәнғәт төркөмдәре һәм берекмәләре) ағзаһы. 1981 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1995), Васса (Финляндия, 1997), Яр Саллы (1998), Берлин (2000) ҡалалары. Эштәре Урыҫ сәнғәте музейы (Нью‑Йорк ҡ.), БДХМ, Сыуаш дәүләт художество музейы (Чебоксар) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018