БОНДАРЕНКО Денис Сергеевич (5.6.1978, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). 2‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Копейск ҡ., тренеры И.Е.Ивашин). 1993—2002 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н. Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемп. (1998) һәм Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1999); төркөмдәр уҙышында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионатының шәхси уҙыш еңеүсеһе һәм төркөмдәр уҙышында көмөш призёр (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика