БОНДАРЕНКО Григорий Трофимович (12.9.1934, Одесса өлк. Викторовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып “Авиаспецмонтаж” производствокөйләү берекмәһенең 5‑се производство-монтаж идаралығы слесарьмонтажсыһы, 1963 й. — монтажсылар бригадаһы бригадиры, 1976 й. — мастеры, 1981—89 йй. — прорабы. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә М-412 автомобиль двигателдәрен эшләү б‑са автоматик ағышлы линияларҙы монтажлауҙа, Башҡорт драма театры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай, Химиктар мәҙәниәт һарайы биналарын төҙөүҙә, Ҡала мәҙәниәт һарайын, Өфө спорт һарайын һ.б. үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша. Ленин (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Чемляков В. Высота Григория Бондаренко //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика