“БОЛЬШЕВИК”, ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губ. ком‑ты органы. Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. 25 сент. алып 1920 й. 4 ғин. тиклем нәшер ителә. 1919 й. 26 һаны сыға, 1920 й. — 1. “Б.” совет власы органдарының бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары баҫыла, Өфө губернаһындағы һуғыш ваҡиғалары барышы, халыҡтың соц.иҡт. хәле яҡтыртыла. Мөхәррирҙәре: Ф.Дингельштедт, А.Шуб.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика