БОЛТНЕВ Андрей Николаевич (5.1.1946, Өфө — 12.5.1995, Мәскәү), актёр. Ташкент театр-художество ин‑тын тамамлаған (1985). 1973 й. алып Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡҡ. драма театрҙарында, 1985 й. — Вл. Маяковский ис. Мәскәү театрында эшләй. Б. ижадында драматик пландағы ролдәр мөһим урын алып тора; уның геройҙары ныҡлы характер һәм йәшерен темперамент м‑н айырыла. Һүрәтләү сараларын самалы ҡулланып, ысынбарлыҡҡа тап килгән, ышандырғыс образдар тыуҙыра. Кинолағы тәүге әһәмиәтле роле — “Минең дуҫым Иван Лапшин” (“Мой друг Иван Лапшин”; 1984) к/ф Лапшин роле. “Ҡаршы тороу” (“Противостояние”; 1985) т/ф Кротов ролен башҡарғандан һуң киң танылыу яулай. 30‑ҙан ашыу фильмда төшә, улар араһында “Торпедалылар” (“Торпедоносцы”; 1983), “Михайло Ломоносов” (1986), “Клим Самгиндың тормошо” (“Жизнь Клима Самгина”; 1987), “Алла булыуҙары ауыр” (“Трудно быть богом”; 1989), “Ҡара квадрат” (“Чёрный квадрат”; 1992), “Мафия үлемһеҙ” (“Мафия бессмертна”; 1993). СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1986).

Е.А.Смирнов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика