БИКМЕТОВ Евгений Юрьевич (15.10.1964, Өфө), социолог. Социол. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1993 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф социологияһына, соц. коммуникациялар проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Образование как социокоммуникативный процесс: теоретико‑методологические проблемы управления. М., 2003; Социологическое обеспечение управления рекламной коммуникацией. Уфа, 2003 (авторҙ.); Организационное поведение: теория и практика. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика