БОЛОТТАР (Porifera, йәки Spongia), умыртҡаһыҙҙар тибы. 3 класы (эзбизле Б., быяла Б. һәм ябай Б.), 2500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм океанда таралған, сөсө һыуҙа йәшәүсе төрҙәре бар. Башҡортостанда ябай Б. класына ҡараған 3 төрө бар. Хәрәкәтһеҙ йәшәү рәүеше алып барған примитив, күп күҙәнәкле, колониаль, һирәк осраҡта яңғыҙ хайуандар. Тән төҙөлөшө тоҡ формаһында, бер башы асыҡ, икенсеһе ябыҡ, ул һыу төбөнә йәки һыу аҫтындағы берәй предметҡа нығынған. Б. — ике ҡатламлы хайуандар: тышҡы ҡатламы — яҫы күҙәнәктәрҙән (пинакоциттарҙан), эскеһе ҡамсылы яға һымаҡ күҙәнәктәрҙән (хоаноциттарҙан) тора. Улар араһында Б. һөлдәһен төҙөүсе склеробласт күҙәнәкле ҡойҡа һымаҡ ҡатлам (мезоглея) бар. Аш һеңдереү күҙәнәк эсендә бара, аҙыҡ (микроскопик ылымыҡтар, иң ябайҙар) һыу ағымы м‑н килә. Енесһеҙ (тышҡы һәм эске бөрөләнеү, редукцион бүленеү һ.б.) һәм енси юл м‑н үрсей. Күпселек Б. — гермафродит. Башҡортостанда Ағиҙел, Дим, Ҡармасан, Оло Эйек, Сөн йй., ш. уҡ ҡылыларҙа, күлдәрҙә осрай. Күп күләмдә һыуҙы фильтрлап, һыу ятҡылыҡтарын таҙарта. Ҡайһы ваҡыт һыу аҫты ҡоролмаларында ҙур өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, уларҙың эшен ауырлаштыра. Бүздәктәр ғаиләһенә ҡараған Б. медицинала һәм косметологияла ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика