БИКҠУЖА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 77 кеше; 1920 — 94; 1939 — 91; 1959 — 132; 1989 — 115; 2002 — 107; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1781 й. билдәле. Шулай уҡ Дәүләтҡол (старшина Дәүләтҡол Юлғушаев исеменән) һәм Аблай тип аталған. 1795 й. 10 йортта 45 кеше йәшәгән, 1866 й. 15 йортта — 62 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ тирмән теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика