БОЛОТНОВА Рәйсә Хәким ҡыҙы (9.11.1954, Ырымбур ҡ.), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2009). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) СССР ФА БФ‑ының Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1993 й. алып Механика ин‑тында: өлкән, 1995 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре күп фазалы мөхиттәр механикаһына арналған. Б. матдәләр хәленең тигеҙләмәләрен төҙөү алымдарын һ.б. уйлап таба. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1985).

Хеҙм.: Ударные волны в слоистых средах. Разрушение, структурные и химические превращения. Уфа, 2008.

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика