БОЛОТНОВ Анатолий Миронович (18.11.1953, Смоленск өлк. Родьковка а.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1988 й. алып шунда уҡ уҡыта (2005 й. башлап мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы электрохимик системаларҙағы электр ҡырҙарын тикшереүгә һәм уларҙың математик моделен әҙерләүгә арналған. Б. төрлө составлы мөхитле һәм һыҙыҡһыҙ монотон булмаған поляризация характеристикалы өс ҡырлы күп элементлы электрохимик системаларҙа электр ҡырҙарының матем. моделдәрен; металдарҙы коррозиянан электромеханик һаҡлау, төҫлө металдарҙы гальваник эшкәртеү технологияһы һәм электролиз процесы алгоритмдарын һәм цифрлы тикшереү программаларын эшләй. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Методы граничных элементов в расчётах электрических полей электрохимических систем. Уфа, 2002.

Ф.В.Лубышев

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика